14 февраль 18.00 сәғ. Мәҙәниәт йортонда
«Мәңгелек иҫтәлек» исемле
Совет ғәскәрҙәрен Афганистан территорияһынан сығарыуға 30 йыл тулыу айҡанлы хәтерләүҙәр кисәһе үтте.
Хәйерле кис, хөрмәтле дуҫтар, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар!
Белеүебеҙсә 15 февраль Афганистан һуғышында ҡатнашыусылар яугир-интернационалистар көнө итеп билдәләнгән.
1989 йылдың 15 февралендә Совет ғәскәрҙәрен Афганистан территорияһынан сығарыу тамамлана. Бына шул датанан бөгөнгө көнгә тиклем 30 йыл үтеп тә киткән. Ваҡыт үтһә лә, был датаны беҙ онотмаҫҡа тейешбеҙ. Сөнки, ул ҘУР хәрефтәр менән тарихҡа инеп яҙып ҡуйылған.
Бөгөнгө кисәне шул тарихҡа бағышлап әйтәһе килә, онотмаҫҡа, онотмаҫҡа, онотмаҫҡа кемдәр ошо һуғышта үҙҙәрен йәлләмәй, ғүмерҙәрен биргән батыр һалдаттарҙы, яугирҙәрҙе интернациональ бурыстарын үтәп, яу ҡырында ятып ҡалған дуҫ-иптәштәренең иҫтәлеген әлеге көнгә тиклем һаҡлап килгән яугирҙәрҙе беҙ хөрмәт итергә тейешбеҙ.
...
Читать дальше »